Логогриф-мәсьәлә18.05.2012
Һүҙгә бер хәреф өҫтәү йәки бер хәреф алып ташлау юлы менән яһалған һүҙҙәр логогрифтар тип атала. Мәҫәлән, ат — хат, силәк — иләк, тармаҡ — тамаҡ. Түбәндәге мәҡәл-әйтемдәрҙең бер һүҙендә берәр хәреф төшөп ҡалған. Ошо “хаталар”ҙы төҙәтеп сыҡһағыҙ, “дөрөҫ” хәрефтәрҙән йомаҡ уҡырһығыҙ.
1. Эт тигәндең ите юҡ.
2. Һыйыр һуған үгеҙ аҫрағандан һөт һорай.
3. Һурпа эскәндең ҡарыны йыуан, ит ашағандың батыры йыуан.
4. Атанан күргән уҡ юныр, әсәнән күргән ун бесер.
5. Айғырың ала булһа, ҡолоноң ҡол булыр.
6. Буралы көн бүрегә иркенлек.
7. Ашлыҡты бурға һалмайынса, “уңыш алдым” тимә.
8. Йәйен айранһыҙ булма, ҡышын юрғаһыҙ булма.
9. Ҡуй ырыҫы ҡур эсендә.
10. Табан аҫтындағын күргәнсе, тана аҫтындағын күр.
11. Яратып эшләгәндә эш артмай, ихлас һөйләгән һүҙ ялҡытмай.
12. Шоңҡарҙан ҡош ҡурҡа, туғайҙан ҡорт ҡурҡа.
13. Ҡыҫыр һарыҡ күп аҡырыр.
14. Ярлының байлығы — бал.
15. Батаң булмаһа, урманға барма.
16. Йәнен аямаған яу алыр, малын аямаған ау алыр.
17. Дуҫтың дуҫлығы ҡар көндә беленә.
18. Ауыҙы онға тейгән эт тирмә яламай түҙә алмай.
19. Ҡар бар өйҙә ҡот бар, ҡарсыҡ бар өйҙә орсоҡ бар.
20. Хан ҡыҙында ла хат була.
21. Инәһеҙ ҡор көсһөҙ булыр.
22. Яҡшы һүҙ — балы ҡашыҡ, яман һүҙ — әсе ҡатыҡ.
23. Ҡаҙға туйһаң, ҡарта кәрәкмәй.

Илдар ҒӘБИТОВ төҙөнө.


Вернуться назад