“Берҙәм тәҙрә”нең маҡсаты – сифатлы хеҙмәтләндереү.Һуңғы осорҙа редакцияға Күп функциялы үҙәктәрҙең эшмәкәрлегенә бәйле ялыуҙар йыш килә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың ҡайһы бер төбәктәрендәге үҙәктәрҙә сираттар булыуына баҫым яһаны. Ул КФҮ хеҙмәткәрҙәренең, вазифа бурысының күләменә ярашлы, эш хаҡын арттырыу мәсьәләһен дә күтәрҙе.
Әлбиттә, үҙ эшмәкәрлеген яйға һалған үҙәктәр ҙә бар. Мәҫәлән, Октябрьский, Сибай, Өфө һәм башҡа ҡалаларҙа бындай проблемалар күҙәтелмәй тиерлек, кадрҙар мәсьәләһе лә хәл ителгән. Ә ни өсөн ҡайһы бер райондарҙа сираттар барлыҡҡа килә? Халыҡ КФҮ-лә үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап аламы, уларҙы дәүләт хеҙмәте күрһәтеү сифаты ҡыҙыҡһындырамы?
Ошо һорауҙарға яуап алыу маҡсатында Сибай һәм Баймаҡ ҡалаһындағы күп функциялы үҙәктәргә йүнәлдем.
Сибайҙа – тәртипБашҡортостанда граждандарға комплекслы муниципаль хеҙмәт күрһәткән Күп функциялы үҙәктәр 2012 йылда барлыҡҡа килгәйне. Төп маҡсаты – дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртыу, был өлкәлә аралашсылар хеҙмәте баҙарын бөтөрөү, “Берҙәм тәҙрә” принцибын ҡулланып, халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү процедураһын ябайлаштырыу. Иң мөһиме – граждандар төрлө дәүләт учреждениеларының хеҙмәттәрен, ғариза биреүҙән башлап төрлө орган ҡарарҙарының һөҙөмтәләрен алыуға тиклем, бер урында файҙаланыу мөмкинлеген алды. Шулай уҡ мөрәжәғәт итеүселәрҙең ваҡыты ла күп сарыф ителмәй.
2014 йылда Сибай ҡалаһында ла өр-яңы Күп функциялы үҙәк үҙ эшен башланы. Бөгөн илдең төрлө төбәгендә йәшәгән кеше бында мөрәжәғәт итә ала. Үҙәккә Баймаҡ ҡалаһында, Йылайыр һәм Аҡъяр ауылдарында урынлашҡан бүлексәләр инә.
Сәғәт иртәнге 10-дар тирәһендә ҡаланың элекке дауахана бинаһында урынлашҡан үҙәккә килдек. Шунда уҡ мөләйем йылмайып ике хеҙмәткәр ҡаршы алды. Электрон сиратҡа яҙылыу өсөн ниндәй хеҙмәт төрөн һайлау кәрәклеген һорап, үҙҙәре үк талонды сығарып бирҙе. Сәғәтемә күҙ һалам: 9.40. Ике минут та үтмәне, мине саҡырҙылар, таблола сиратымдың һаны ла “тоҡанды”.
Бер ни булмағандай, һалымдар буйынса бурысым бармы-юҡмы икәнлеген һорайым. Хеҙмәткәрҙең исем-фамилияһы яҙылған бейджды күргәс, артабан һорауҙарымды башҡортса бирергә булдым. Мөләйем ҡыҙ башҡортса яуапланы, бурыстың булмауы хаҡында белдерҙе. Һорауҙарыма тулы яуапты ни бары дүрт минут эсендә биреп өлгөрҙө.
“Берҙәм тәҙрә” талаптары буйынса бер кешене хеҙмәтләндереү яҡынса 15 минут эсендә башҡарылырға тейеш. Шулай уҡ сиратҡа тороу ҙа 15 минут ваҡыт арауығы менән билдәләнгән. Үҙемдең хәбәрсе икәнлегемде белдереп, уның күпме ваҡыт эшләүен һорағас, ни бары бер ай икәне асыҡланды. Тимәк, теләгең булғанда, эшкә тиҙ өйрәнергә мөмкин.
Артабан Күп функциялы үҙәктең эше менән яҡындан танышыу өсөн һәр кемде мөләйем ҡаршы алған хеҙмәткәрҙәр янына киләм. “Ниндәй хеҙмәттәр буйынса халыҡ күберәк мөрәжәғәт итә?” тигән һорауға улар: “П” функцияһы ингән хеҙмәттәр”, – тип яуапланы. Уларҙың яуабын аңлап еткермәгәнде һиҙеп, үҙҙәре үк бының төрлө йүнәлештәге пособиелар юллау икәнен белдерҙе. “Ошо хеҙмәттәр буйынса ғына ла көнөнә меңдән ашыу талон бирелә”, – тине Ләйсән Ғәйетбаева.
Бөгөн бында бөтәһе өс залда 19 “тәҙрә” эшләй. Сираттағылар өсөн көтөү урындары булдырылған, электрон тәртиптә алдан яҙылыу, түләү өсөн терминал бар. Клиенттарға уңайлы булһын өсөн төшкө тәнәфес тә ҡаралмаған. Күп функциялы үҙәктә эшҡыуарҙар һәм ойошмалар өсөн махсуслаштырылған “тәҙрә” асылған.
Коллективта бөтәһе 49 кеше эшләй, уларҙың күбеһе – клиенттарҙы хеҙмәтләндергән операция залында. Әйткәндәй, бында үҙ эшенең оҫталары ла бар. Мәҫәлән, Нәркәс Бикйәнова “Минең документтар” хеҙмәтен күрһәтеү буйынса республика конкурсында иң яҡшыһы тип танылған.
Ә Баймаҡта?Баймаҡта урынлашҡан бүлексәнең ҡала һәм район халҡын хеҙмәтләндереүен иҫәпкә алып, таңдан сират алырға тип бик иртә килдек. Асылыуға ярты сәғәт тирәһе ваҡыт бар. Ошоға тиклем КФҮ урынлашҡан бина ремонтҡа ябылыу сәбәпле, әле ул ваҡытлыса “Ирәндек” кинотеатры менән “өйҙәш” булырға мәжбүр. Көндөң һыуыҡлығын иҫәпкә алмағанда, урамда ваҡыт еткәнен көтөргә мөмкин. Кешеләр һаны арта башланы. Сәғәт 9 тулыуға биш минут ҡалғас, эскә үтергә саҡырҙылар. Тәү ҡарашҡа, халыҡ күп кеүек тойолһа ла, шунда уҡ улар бүленеп, үҙҙәренә кәрәкле “тәҙрә”ләр янына барып ултырҙы. Әлегә бында электрон сиратты компьютер ярҙамында бер хеҙмәткәр башҡара, ул килеүселәрҙең һәр береһен тыңлап, кәрәкле “тәҙрә” янына юллай. Мин йәнә талон алып, һалымдарҙың бармы-юҡлығын асыҡлау маҡсатында “Берҙәм тәҙрә”ләрҙең береһенә ултырам.
“Бүтән ҡалала теркәлгән кеше һеҙгә мөрәжәғәт итә аламы?” тигән һорауға шунда уҡ ыңғай яуап бирелде. Хеҙмәткәр компьютерҙан бурысымды эҙләргә тотондо.
Сәғәтемә күҙ ташлайым, Сибайҙағы хеҙмәтләндереүҙән айырма бармы-юҡмы тигән уй тынғылыҡ бирмәй...
– Беҙ, бында ваҡытлыса булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, клиенттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн бар шарттарҙы ла тыуҙырырға тырыштыҡ. Сентябрь баштарында сират ҙур ине, хәҙер кәмене. Мәҫәлән, кисә 160 талон биргәнбеҙ, был күрһәткес көн һайын үҙгәреп тора. Ауыл ерендә йәшәгән халыҡтың күбеһе социаль пособиелар буйынса мөрәжәғәт итә, эшҡыуарҙарҙы ла, ойошма вәкилдәрен дә ҡабул итәбеҙ. Уларҙың һорауҙарын урында, бер юлы хәл итеү маҡсатында “Росреестр”, Федераль һалым инспекцияһы, башҡа дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр буйынса белгестәр менән кәңәшләшәбеҙ. Күсмә ҡабул итеүҙәр ҙә ойошторабыҙ. Сират булған осраҡта ла, бигерәк тә ауылдан килгәндәрҙе мөмкин тиклем ҡабул итергә тырышабыҙ, – ти халыҡты хеҙмәтләндереү залы мөдире Светлана Азаматова.
Әйткәндәй, ремонттан һуң асыласаҡ яңы Күп функциялы үҙәктә һәйбәт шарттар тыуҙырыласағы хаҡында ла белдерҙеләр. Бөтәһе 12 “Берҙәм тәҙрә”, ғаризалар ҡабул итеү урыны, электрон сират, түләү терминалы буласаҡ. Һәр хәлдә, үҙәккә мөрәжәғәт итеүселәр үҙ йомоштарын сифатлы һәм тиҙ арала атҡарып сығыу өсөн бар мөмкинлектәр тыуҙырыласағы хаҡында ышандырҙылар. Хәйер, яңы үҙәк асылһа, унда ла беҙҙең юл төшмәй ҡалмаҫ.
Проблемаларға килгәндә...Улар һәр ерҙә бар. Күп функциялы үҙәктәрҙең территориаль дирекцияһы етәксеһе Роберт Исхаҡов менән һуңғы ваҡытта сират барлыҡҡа килтергән хәлдәрҙе асыҡларға тырыштыҡ.
– Эйе, сираттар булды, – тип килеп тыуған хәлгә асыҡлыҡ индерҙе Роберт Борис улы. – Сентябрь айынан райондарҙа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәктәренең бөтөрөлөүе, улар күрһәткән хеҙмәттәрҙең башлыса беҙгә йөкмәтелеүе ығы-зығы тыуҙырмай ҡалманы. Беренсенән, ауыл ерҙәрендә күпселек халыҡ пособие иҫәбенә йәшәй, тейешле документтар юллау өсөн беҙгә килә. Кемдер балаһына пособие, икенселәр коммуналь хеҙмәттәр өсөн субсидия, айлыҡ компенсация һәм башҡа төр социаль түләүҙәр юллай. Тәүге тапҡыр беҙгә мөрәжәғәт иткәстәр, әлегә базала улар хаҡында тулы мәғлүмәт юҡ. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр тәүҙә ошо мәғлүмәттәрҙе компьютерға индерә, аҙаҡ документтары буйынса эш башлай. Әлбиттә, бер кешегә ярайһы уҡ ваҡыт сарыф ителә, шунлыҡтан сират барлыҡҡа килә. Шуға күрә сентябрь айында, ысынлап та, район бүлексәләрендә сираттарҙың күп булыуы күҙәтелде.
Хәҙер иһә бер тапҡыр беҙҙә булғандарға икенсегә килгәндә күпкә еңелерәк, шунлыҡтан аҡрынлап сират та кәмене. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк, беҙ социаль ярҙам үҙәктәренең бер нисә хеҙмәткәрен үҙебеҙгә эшкә алдыҡ-алыуын, әммә улар ҙа, беҙҙекеләр ҙә яңы хеҙмәт төрөн күрһәтеүгә ҡапыл ғына әҙер булмай сыҡты, сөнки өс йөҙҙән ашыу йүнәлештәге хеҙмәт күрһәтергә тура килә. Аҡрынлап был мәсьәлә лә яйға һалынды, кадрҙар менән тулыһынса тәьмин ителдек.
Тәҡдимдәргә килгәндәУлар ҙа етерлек. Тәүге шарттарҙың береһе – махсуслашҡан кадрҙарға мохтажлыҡ ҙур. Эш еңелдән түгел, икенсенән, Һалым, Хоҡуҡ, Ғаилә кодекстарын һәм башҡа бихисап ҡанундарҙы белеү талап ителә. Эш хаҡының түбән булыуы ла кадрҙарға ҡытлыҡ тыуҙырҙы. Мәҫәлән, социаль ярҙам күрһәтеү үҙәктәрендә эшләгән тәжрибәле белгестәр бында килеүҙән баш тарта, сөнки хеҙмәт хаҡы күпкә түбән. Икенсенән, Күп функциялы үҙәктәрҙә, Сибай ҡалаһындағы кеүек, эшҡыуарҙар һәм юридик шәхестәр өсөн махсус тәҙрә булдырыу – заман талабы.
Шулай уҡ халыҡ һаны күп булған ауылдарҙа (мәҫәлән, Темәс, Юлдыбай) үҙәктең филиалын булдырыу ҙа эште күпкә еңелләштерер ине. Ҙурыраҡ ауылдарҙа бер “тәҙрә” асып, иң мөһиме – халыҡтан ҡабул ителгән документтарҙы көнөндә тейешле урынға алып барыу – эште яйға һалыу өсөн тағы бер юл. Йәнә төрлө ҡалала белем алған студенттар өсөн пособие һәм стипендияны ул йәшәгән районда түгел, ә уҡыған урында юллау мөмкинлеген тыуҙырғанда, ата-әсәләр ҙә, студенттар ҙа тейешле документтар ала алмай, айлыҡ түләүҙәрҙән “ҡолаҡ ҡаҡмаҫ” ине. Хеҙмәт күрһәткән ойошмаларҙың төрлө ауыл биләмәләрендә күсмә ҡабул итеүе лә урынлы һәм бик кәрәкле.
Ғөмүмән, Күп функциялы үҙәктәр – заман талабы. Һәр хәлдә ул эште еңелләштерә һәм күп ваҡытты сарыф итмәй. Иң мөһиме – бер урында барлыҡ һорауҙарға яуап табырға мөмкин. Ә сират мәсьәләһенә килгәндә, алдан яҙылыу, йәғни электрон сират көйлө эшләһә, халыҡтың үҙәктә күпләп тупланыуына юл ҡуйылмаясаҡ. Әйткәндәй, мәҡәләне баҫмаға әҙерләгәндә, райондарҙың береһендә сират мәсьәләһенә ярҙам иткән ойошмаларҙың барлыҡҡа килеүе асыҡланды. “Шәхси код” һатып алып, шуның менән үҙәккә барғанда, сират та булмаясаҡ, хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре үк һине саҡырып индерәсәк”, – тинеләр. Халыҡтан аҡса йыйыуға ҡоролған был системаның ысынлап та ғәмәлдә бармы-юҡмы икәнлеген сираттағы командировкаларҙың береһендә асыҡларға тырышырбыҙ.