Башҡортостан йылғаларын быйыл боҙ былтырғыға ҡарағанда иртәрәк ҡапланы. Республикаға һалҡын арктик һауа килде, тәүлегенә уртаса температура нормаға ҡарағанда 5-7 градусҡа түбәнәйҙе.
Бәләкәй йылғаларҙы боҙ тулыһынса ҡаплап өлгөрмәне, ә бына Павловка һыу һаҡлағысында ул тотороҡланды тиерлек.
16-17 ноябрҙә һауа температураһының төндә 9-14 градус һалҡын булыуы көтөлә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Көндөҙ минус 1-6 градус тирәһе. 17 ноябрҙә республикала урыны менән төндә һәм көндөҙ ҡар яуыуы ихтимал. 0-дән 5 градусҡа тиклем һалҡын буласаҡ.