Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта “Башҡортостан Республикаһының айырым закон акттарына өҫтәмәләр индереү тураһында”ғы закон проектын ҡараясаҡ. Ул намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күргән кешеләргә түләүһеҙ юридик ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота.
Ярҙамды Башҡортостандың Дәүләт юридик бюроһы күрһәтәсәк.
– Республикала күп фатирлы йорт һалыу өсөн аҡсаһы йәлеп ителгән һәм хоҡуҡтары боҙолған граждандар реестрына ике меңгә яҡын кеше индерелде, – тине парламент Рәйесе Константин Толкачев. – Проблемалы объекттарҙың төп өлөшө Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Иглин районында урынлашҡан. Төҙөлөшө оҙаҡҡа һуҙылған йорттар шулай уҡ Нефтекамала, Благовещенда, Өфө, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондарында бар.
Прокуратура зыян күргән граждандар реестрын тултырғанда ҡануниәтте боҙоу, төҙөлөшкә законда ҡаралмаған алымдар менән халыҡтың аҡсаһын йәлеп итеү, күп фатирлы йорттарҙы проект документацияһынан ситләшеп һалыу, йәшәү өсөн яраҡһыҙ йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу осраҡтарын һәм башҡа етешһеҙлектәрҙе асыҡланы.