Йән сихәте18.05.2012
Йән сихәтеКөлөүҙең файҙаһы тураһында бөтәһе лә яҡшы белә, бигерәк тә ҡысҡырып, ысын күңелдән көлгәндә.
Уның кеше һаулығына яҡшы тәьҫир итеүен өйрәнеүсе медицинаның айырым бүлеге лә бар — ул гелотология тип атала. Көлгән саҡта беҙҙең бөтә йөҙ мускулдары хәрәкәткә килә. Тын алышы үҙгәрә: ҡәҙимге тын алыуҙан һуң, бер нисә тапҡыр өҙөк-өҙөк тәрәндән һауа сығарабыҙ. Шуның һөҙөмтәһендә организмда төрлө процестар башлана. Медицина йәһәтенән ҡарағанда оҙаҡ һәм ҡысҡырып көлөү түбәндәгеләргә һәләтле.

Ауыртыуҙы баҫа ала


Көлөү һөҙөмтәһендә шатлыҡ гормондары (эндорфин) күп бүленеп сыға, ә стресс гормондары кимәле түбәнәйә (адреналин).

Тормошобоҙҙо матурыраҡ итә

Бит һәм муйындан килгән тулҡын мейенең ҡәнәғәтлек үҙәгендәге нейрондарҙы әүҙемләштерә. Был үҙәк туҡ булыу һәм хәүефһеҙлек тойғоһо өсөн дә яуаплы, йәғни хатта яһалма көлөү ҙә кәйефте күтәрә, ашағы килеү теләген кәметә.
Йөрәк һәм ҡан тамырҙарын нығыта. Күңелсәк кешеләрҙә йөрәк ауырыуҙары — һирәк күренеш. Йөҙ мускулдары мейенең ҡан тамырҙарын нығыта. Көнөнә 10 минут көлөп алыу инсульт кисергәндәр өсөн бик файҙалы.

Стресты бөтөрә

Өҫтән генә тын алған саҡта ҡанда углеродлы газ күп ҡала — был үҙ сиратында тиҙ тоҡаныусанлыҡҡа, ярһыуға килтерә, ҡурҡыу сирҙәренең үҫеүенә булышлыҡ итә. Ә көлгән саҡта беҙ тәрән итеп тын алабыҙ. Углеродлы газдан барлыҡҡа килгән һелтеләр организмдан сыға — ул тыныслана.
Иммунитетты нығыта
Көлөү зарарланған һәм хәлһеҙ күҙәнәктәрҙе юҡ итә. А тибындағы иммуноглобулиндар әүҙемләшә, ә улары үҙ сиратында тирене инфекция инеүҙән һаҡлай, ти белгестәр.

Үпкәне таҙарта

Көлөү — ул көслө һәм шәп итеп тын сығарыу. Шуға ярашлы, үпкә һауанан таҙара, ә ҡан — углеродлы газдан. Үпкә кислородты был осраҡта ике-өс тапҡырға күберәк ҡабул итә.

Эсәктәрҙе әүҙемләштерә

Көлгәндә күп осраҡта эскә тотонабыҙ — эс мускулдарының әүҙем эшләү һөҙөмтәһе был. Шул арҡала эсәктәрҙең шыма мускулатураһы бик шәп һәм ҡәҙимге күнекмә ала, йәғни таҙарына.

Ябығырға ярҙам итә

Ғалимдар фекеренсә, етди фильм ҡарағандарҙың ҡан ағышы 35 процентҡа әкренәйә. Комедиянан һуң, киреһенсә, 22 процентҡа көсәйә икән. Файҙаһы 15 минутлыҡ физик күнекмә эшләүгә тиң. Көлгәндә калориялар ҙа юғала — был ябығырға теләүселәр өсөн бик һәйбәт шөғөл.

Шуның өсөн көлөргә һәр саҡ сәбәп һәм ваҡыт табығыҙ. Мәҫәлән, үҙегеҙҙең етешһеҙлектән, мыжыҡтарҙың көйһөҙлөгөнән. Бик булмаһа, ҡытыҡлашып көлөргә кәрәк.


Вернуться назад