Лилиә Ғүмәрова – әсәлек йыйынында16.11.2018
Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостандың башҡарма дәүләт власы органынан вәкил Лилиә Ғүмәрова Минскиҙа үткән VI “Әсәлектең изгелеге” программаһы форумын асыу тантанаһында сығыш яһаны.

Лилиә Ғүмәрова форумдың “Хәҙерге донъя­ла ғаилә: әһәмиәте, тенденциялар һәм перспектива” тигән темаһының мөһимлеген билдәләне. 2018 – 2027 йылдар Рәсәй Федерацияһында Балалыҡ ун йыллығы тип иғлан ителеүе айҡанлы айырыуса көнүҙәк.

– Балалыҡ ун йыллығы нигеҙендә үткәрелгән төп саралар һәр баланың ғаиләлә йәшәү һәм тәрбиәләнеү хоҡуғын тормошҡа ашырыуға, сабыйҙарҙы һаҡлау йәһәтенән дәүләт ғаилә сәйәсәтен камиллаштырыуға йүнәлтелә. Форум барышында ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ именлеген тәьмин итеүҙең мөһим проблемалары буйынса фекер алышып, йоғонтоло тәҡдимдәр әҙерләрбеҙ, тип ышанам, – тине Лилиә Ғүмәрова.


Вернуться назад