Шәхси паркингтар арта15.11.2018
Быйыл ун ай эсендә “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы машина урындарына 569 хоҡуҡты теркәгән.

Мәғлүм булыуынса, 2017 йылдың 1 ғинуарынан машина урыны ҡануниәт менән күсемһеҙ милек объекттары иҫәбенә индерелде һәм “машина урыны” тигән төшөнсә барлыҡҡа килде. Әлегә тиклем бындай объекттар “торлаҡ өсөн тәғәйенләнмәгән бина” тип аталып, кадастр иҫәбенә ҡуйыла ине. “Машина урыны”на ҡарата һалым ташламаһы ҡулланыла.


Вернуться назад