Әбештәге янғын... ялған булып сыҡты15.11.2018
Хәйбулла районының Әбеш ауылы халҡы ғына түгел, хатта көтөүҙәге мал да был көндә яңғыраған хәүефле янғын сиренаһынан бер аҙ баҙап ҡалғандай булды. Һанаулы минут эсендә янғын урынына ауылдың ирекле янғын һүндереүселәре, “Тиҙ ярҙам” хеҙмәте һәм ауыл халҡы йыйылды. Әммә, янғын шартлы булып сыҡһа ла, тейешле хәрәкәттәрҙең барыһы ла ысынбарлыҡҡа тап килде. Урындағы ирекле янғын һүндереү дружинаһы ағзалары янғын һүндереү, ҡоролмаларҙы һүндереү нескәлектәренә төшөндө.

Быларҙың барыһы ла ауыл халҡы тарафынан бер нисә йыл рәттән “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына әүҙем ҡушылып, өр-яңы янғын депоһы төҙөү, аҙаҡ бөтә ҡоролмалары менән булған өр-яңы трактор алып, хәҙер уны һынап ҡарау маҡсатында башҡарылды. Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир Юнысов әйтеүенсә, район үҙәгенән 80 саҡрымда һәм тирә-яғын урман уратып алған ауылдың янғын һүндереү депоһы булыуы мотлаҡ. Икенсенән, бинаның буш тороуы ла мөмкин түгел, шуға халыҡ менән кәңәшләшеп, трактор алынған. “Ҡыҙыл әтәс”тең был яҡтарға бөтөнләй килмәүен теләгән хәлдә лә, урында янғын һүндереү өсөн техниканың һәм бар ҡоролмаларҙың булыуы — янғынды иҫкәртеүҙәге төп сәбәптәрҙең береһе лә.




Вернуться назад