Иҫәндә ... йәнә һәйкәл асылды15.11.2018
Баймаҡ районының Иҫән ауылында 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһармандары иҫтәлегенә һәйкәл асылды.

Ауылдың Түбәләс тип йөрөтөлгән ерендә киләсәктә мемориаль комплекс буласаҡ. Әле бында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә, комсомолдарға һ.б. һәйкәлдәр урын алған. “Сафия” мәсетенең имам-хатибы Миңлеғәле Йәрмөхәмәтов был башланғыстарҙың инициатив төркөмөн етәкләй. Иҫән ауылы халҡы үҙ еренең тарихына, ата-бабаларының исемдәрен мәңгеләштереүгә ҙур хөрмәт менән ҡарай. Йәмле Талҡаҫ буйында урын аласаҡ мемориаль комплекста шулай уҡ Иҫән батырҙың да һыны ҡалҡып сығасаҡ.


Вернуться назад