Етемдәргә — фатир асҡыстары15.11.2018
Хәйбулла районында атай-әсәй наҙынан мәхрүм ҡалған биш етемгә фатир асҡыстары тапшырылды.

Улар, үҙҙәренең теләктәре буйынса, район үҙәге Аҡъярҙа һәм шахтерҙар ҡасабаһы Бүребайҙа өй туйлаясаҡ. Әйткәндәй, быйыл был бәхеткә йәмғеһе һигеҙ бала лайыҡ булды. Ә 2014 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем фатир асҡыстары 53 етемгә тапшырылған.



Вернуться назад