Ҡыш бабайға хат яҙырға онотма!15.11.2018
Башҡортостанда “Ҡыш бабайға хат” балалар республика проекты дауам итә. Унда 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Шарттар буйынса, улар Ҡыш бабайға хат яҙырға һәм 2018 йылда ниндәй изге эштәр башҡарыуҙары хаҡында һөйләргә, шулай уҡ Ҡыш бабайҙың сайтындағы Серле хеҙмәтенән махсус талаптарҙы үтәргә тейеш. Хаттарҙы 2018 йылдың 23 ноябренә тиклем юлларға кәрәк.



Вернуться назад