Ренатаны Ҡытайға саҡыралар15.11.2018
Өфөләге “Берҙәмлек” лицейының ХI класс уҡыусыһы Рената Нәҙершина Һиндостанда үткән Азия матурлыҡ конкурсында тәүге ун һылыуҡай иҫәбенә инде.

Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул тәжрибәле һәм үҙенән өлкәнерәк 20 ҡыҙҙы уҙып китте. Жюри ағзалары Ренатаның матурлығын юғары баһаланы, таж һәм бүләк тапшырыуҙан тыш, уны йыл аҙағында Ҡытайҙа үтәсәк донъя конкурсына ла саҡырҙы.

“Азия мисы-2018” бәйгеһе Ҡытайҙан, Көньяҡ Кореянан, Индонезиянан, Филиппиндан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Япониянан һәм башҡа илдәрҙән 30-ҙан ашыу милләт ҡыҙҙарын йыйҙы.



Вернуться назад