Тиҙҙән Баймаҡ ҡалаһындағы Халыҡ ижады үҙәге капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен аса. Тамашасыларҙы уңайлы һәм йомшаҡ ултырғыстар, йылы һәм яҡты зал, бар уңайлыҡтары булған гардероб һәм иң яҡшы ижади коллективтарҙың һәм артистарҙың хәтәр шәп концерты көтә. Шулай уҡ ижади коллективтар өсөн яңы костюмдар тектерелгән, тауыш көсәйтеү аппарттары һатып алынған. Хәҙер тамашасылар элекке кеүек һыуыҡ залда концерт ҡарамаясаҡ, сөнки йылытыу һәм вентиляция ҡоролмалары тулыһынса алмаштырылған.
Халыҡ ижады үҙәген тантаналы асыу 20 ноябргә тәғәйенләнгән.