Был аҙнала “Башҡортостан тарихы биттәре” республика фестиваль-марафоны сиктәрендә, йылайырҙар Өфөгә килә.
Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған “Башҡортостан тарихы биттәре” муниципаль берәмектәр араһында халыҡ ижады фестиваль-марафонын Йылайыр районы сәнғәт оҫталары дауам итә. Бында Йылайырҙың данлы үткәне һәм бөгөнгөһөнә арналған бай экспозиция, халыҡ оҫталары эштәренән торған сағыу күргәҙмә эшләйәсәк. Сараға килеүселәргә үҙҙәренә оҡшаған әйбер һатып алыу мөмкинлеге лә ҡаралған. Иң мөһиме: ҡурайсылар иле Йылайырҙың моңло һәм дәртле халҡы баш ҡала ҡунаҡтарына һәм яҡташтарына бай йөкмәткеле концерт тәҡдим итә.
Саранан ситтә ҡалмағыҙ, үкенмәҫһегеҙ!