Йылмайып-көлөп кенә18.05.2012
Ике әхирәт һөйләшә:
— Һин егетеңдең ҡулында йөрөтөүен теләр инеңме?
— Миңә уның елкәһендә лә насар түгел.
***
— Алло, был ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһымы?
— Эйе, һаумыһығыҙ!
— Әйтегеҙ әле, тормоз педале уңдамы, һулдамы?
***
— Мин өйләнеүҙән бик ҡурҡа инем элек...
— Ә хәҙер?
— Хәҙер ышандым, ҡурҡыуым юҡҡа булмаған.
***
— Эсергә берәй нәмәгеҙ бармы?
— Һыу.
— Ә ҡатырағы?
— Боҙ.
***
Төнгө сәғәт өс. Бер мәл ҡапыл ишеккә типмәһендәрме! Эй ҡурҡтым, хатта ҡулымдағы перфоратор иҙәнгә төшөп китте.
***
Бер ҡатын күршеһенән:
— Үтескә тоҙ биреп тороғоҙ әле.
Күршеһе тоҙ сығарып биргәс:
— Ҡыҙыҡ, ике минут та үтмәне. Ирем һеҙгә тоҙға инһә, 10 минут шаҡып тораһың, шунан 8 минут тирәһе нимә кәрәклеген аңлатаһың, ти. Һуңынан һеҙ 15 минуттай тоҙ эҙләйһегеҙ икән...
***
Ғаиләлә сабый тыуа. Кис быларға күршеләре инә. Балаға ҡарап:
— Ҡайҙа, ҡайҙа, кем ята унда, ә? Ҡайһылай һөйкөмлө бала, ҡайһылай оҡшаған — күҙҙәре нәҡ әсәһенеке, ә мөгөҙҙәре-е-е — атаһыныҡы, — тигән.
***
Ҡатыны иренә һуҡрана:
— Хисам, беҙ гел өйҙә ултырабыҙ, бер ҡайҙа ла бармайбыҙ. Ана Зариф кәләшен театрға ла, музейға ла йөрөтә, концертын да ҡалдырмайҙар.
— Һин тигәндә мин инде, ҡәҙерлем. Фигуралы шыуыуға бараһыңмы?
— Фәстермәйһеңме һуң?! Ә кемдәр сығыш яһай?
— “Салауат Юлаев” менән “Спартак”!