Өфө районындағы “Миловка паркы” торлаҡ комплексында республика бюджеты аҡсаһына 1225 урынлыҡ дүрт ҡатлы мәктәп төҙөлә.
Проект документацияһы һәм отчеттары дәүләт экспертизаһының ыңғай ҡарарын алды. Сираттағы эксперт советында мәктәпте адреслы төбәк инвестиция программаһына индереү мәсьәләһе тикшереләсәк. Яраштырыу эштәренән һуң подряд ойошмаһын билдәләү йәһәтенән конкурс үткәреү көнө билдәләнәсәк. Проектта мәктәпте йылытыу өсөн ҡаҙанлыҡ, ике ҡатлы өҫтәмә блок төҙөү, видеокүҙәтеү һәм мәғлүмәттәргә идараны контролдә тотоу системаларын ойоштороу күҙаллана.