Урыҫ теле буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында район мәктәптәре яҡшы күрһәткестәргә иреште: бер еңеүсе һәм алты призер асыҡланды. Был һынауҙа барлыҡ мәктәптәрҙән 56 бала ҡатнашты.
– Балалар төрлө ҡатмарлы заданиеларҙы үтәне – грамматика буйынса белемен күрһәтте, хатта боронғо урыҫ теленән хәҙерге телгә тәржемәләр ҙә яһаны – ти район мәғариф бүлеге методисы Эльмира Йосопова. – Хәҙер уҡыусылар республика кимәлендә үтәсәк олимпиадаға саҡырыу көтә.