Ете ғаиләнең мажаралары14.11.2018
Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылында “Йәш ғаилә” конкурсы мажаралы уйын (квест) рәүешендә ойошторолдо.

Конкурста ете ғаилә ҡатнашты. Сара тәүҙә йәш парҙар һәм уларҙың балалары менән танышыуҙан башланып, аҙаҡ иң ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс өлөшкә күсте – мажаралы уйындың ҡағиҙәләрен үтәү өсөн ғаиләләргә дүрт станцияны үтеп, аҡ сәскә таждарын йыйыу бурысы йөкмәтелде. Тәүге “Әкиәт” станцияһында әкиәттәрҙе белеү маһирлығы баһаланһа, “Мажаралы” станцияһында хәрефтәрҙән ғаиләгә ҡағылышлы һүҙҙәрҙе күберәк һәм тиҙерәк төҙөү оҫталығына иғтибар бирелде. Өсөнсө “Спорт” станцияһында ете ғаилә ағзалары дартс уйынында көс һынашып, көйәрмәндәрҙе берсә көйөндөрҙө, берсә һөйөндөрҙө.

Дүртенсе станцияла һәр кем бейеүгә һәләтен күрһәтте. Конкурста ҡатнашыусы ғаиләләр төрлө номинацияларҙа еңеү яулап, бүләктәргә, иҫтәлекле приздарға лайыҡ булды.



Вернуться назад