Ишембай районының Маҡар ауылында йыл да үткәрелә килгән көҙгө йәрминкә матур бер йолаға әүерелде. Быйыл да нимә генә тәҡдим итмәнеләр маҡарҙар: ит-һөт ризыҡтары, төрлө тәмлекәстәр, ҡамыр аҙыҡтары тиһеңме, хуш еҫле сәскә, йүкә балы булһынмы, төҫлө ептәрҙән бәйләнгән күҙ яуын алырҙай матур ойоҡбаштар, дебет шәлдәр, хатта ҡайын миңлеген дә һатып алырға мөмкин ине был көндө.
Йәрминкәлә маҡарҙар ғына түгел, күрше Иҫәкәй, Һарғай ауылдары уңғандарының ҡатнашыуы ла сараның баһаһын арттырҙы. Әҡлимә Лоҡманова, Динә Ғайнанова, Миңһылыу Әхмәрова, Әлфиә Мәүлетшина, Рәмзиә Заһитова, Рәмилә Хөббөтдинова, Әминә Мурашова, Мәҙинә Алтынбаева, Халиса Ғилманова, Әлфиә Хафизова, Әлфинур Хәсәнова, Рима Латыпова, Гөлгөнә Ситдиҡова кеүек өлгөр хужабикәләргә рәхмәт.
Әйткәндәй, йәрминкә “Тәмле булһын сәйегеҙ!” тип аталған байрам менән үрелеп барҙы. Сәйҙәрҙең килеп сығышы, уның төрҙәре хаҡында мәғлүмәт алғас, викторина ойошторолдо. Ошонда уҡ Роза Рамазанова менән Рәмзиә Мораҙымова үҙҙәре яһаған үлән сәйҙәренең серҙәре менән уртаҡлашты.
Ғөмүмән, йәрминкәгә килеүселәрҙең барыһы ла ойоштороусыларға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, киләһе йылда ла осрашырға һүҙ ҡуйышып, таралышты.