Бөгөн — Бөтә донъя шәкәр диабетына ҡаршы көрәш көнө.
Иҫтәлекле дата 1991 йылда Халыҡ-ара диабетиктар федерацияһы һәм Халыҡ-ара һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдиме менән уҙғарыла башланы. Диабет - XXI быуат сире. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ауырыуға тарыусылар йылдан – йыл арта бара. Белгестәрҙең фекеренсә, республикала ауырыуҙарҙың 20 проценты Рәсәйҙә етештерелгән инсулин терапияһынан файҙалана. Бөгөн заманса препараттар Орел өлкәһендәге заводта етештерелә. Элегерәк иһә мөһим дарыуҙарҙы сит илдән генә ташыйҙар ине.