Лайыҡлы алмаш килә14.11.2018

Рәсәйҙә балаларға өҫтәмә белем биреү өлкәһенә 100 йыл тулыуҙы әлшәйҙәр матур саралар һәм уңыштар менән ҡаршыланы.

Районда өҫтәмә белем биреү менән Пионерҙар йорто, Балалар сәнғәт һәм үҫмер­ҙәр-спорт мәктәптәре, “Бейеклек” клубы шөғөлләнә. Һәләтле педагогтар тәрбиә­ләгән балаларҙың төрлө кимәлдәге конкурстарҙа еңе­үе ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уята. Ат-спорт мәктәбе лә, башҡа балалар учреждениелары кеүек, яңы тәрбиә­ләнеүсе­ләрен ҡолас йәйеп, шатланып ҡаршы ала һәм моң­һоуланып оҙата.

Юбилей тантанаһына арнал­ған сарала балаларҙың спорт, робот техникаһы, авиамоделизм, фотоға төшөрөү буйынса мауыҡтырғыс эш­тәре, наградалары менән та­нышырға мөмкин булды. Матур сара өҫтәмә белем биреү учреждениелары кол­лек­тивтарының йөкмәткеле концерты менән тамамланды.


Вернуться назад