Төбәк тормошона яңы биҙәк14.11.2018

Республикабыҙҙың 100 йыллығына ҡарата төҙөлгән юбилей объекттары һәр төбәктә бар. Улар барыһы ла халыҡ тормошона яҡтылыҡ, уңайлыҡ, өр-яңы биҙәк өҫтәр тип ышанғы килә. Әлшәйҙәр ҙә сентябрь айында Раевкала физкультура-һауыҡтырыу комплексы менән бассейн төҙөлөшөнә тәүге таш һалыныуын ҡыҙыҡһынып күҙәтте.

…Ике ай күҙ асып йомғансы үтеп тә киткән, инде алтын көҙ ҙә хаким­лығын аҡ һаҡаллы ҡышҡа тапшырырға уйлай кеүек. Көндәр ҙә һалҡыная, әммә төҙөлөштә иң ҡыҙыу мәл.

– Эш план буйынса дауам итә: бассейндың нигеҙ соҡоро әҙер. Әле бинаның каркасы өсөн монолит нигеҙ һалыу бара, – ти прораб Александр Кузнецов. – Нигеҙҙең ныҡлығына тотош конструкцияның хәүефһеҙлеге, ышаныслылығы һәм хеҙмәт итеү оҙайлылығы бәйләнгән бит. Артабан таяу функцияһын үтәйәсәк стенаны ҡороуға тотонасаҡбыҙ.

Объекттың заказсыһы – республи­каның капиталь төҙөлөш идаралығы, ә подрядсы бурысын “БНЗС” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәтенең 15-се төҙөлөш фирмаһы үҙ өҫтөнә алған. Әлегә эштең осо-ҡырыйы юҡ. Инженер селтәрҙәре һалырға, ҡаҙанлыҡ төҙөргә, биләмәне төҙөкләндерергә кәрәк. Төҙөлөш фирмаһы директоры Әлфәт Хәсәнов әйтеүенсә, бассейнды тәғә­йенләнгән ваҡытҡа һүҙ тейҙермәҫлек итеп тапшырыу өсөн бөтә мөмкинлек тә бар.

Физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм бассейндың М. Буранғолов исемендәге лицей эргәһендә генә төҙөлөүе яңы ҡоролмаларҙың йәйен-ҡышын буш тормаҫына ишаралай. Район үҙәгендә генә 20 меңгә яҡын кеше йәшәй, эргә-тирәләге күрше ауыл­дарҙан да спорт менән шөғөллә­нергә теләүселәр табылырына шик юҡ.

Проектҡа ярашлы, ябыҡ бассейнда оҙонлоғо 25 метр тәшкил иткән йөҙөү юлдары эшләйәсәк, баскетбол, волейбол, гандбол һәм мини-футбол менән шөғөлләнеү өсөн спорт залы, заманса һыу таҙартыу системаһы, кейем алыштырыу, йыуыныу бүлмәләре булдыры­ласаҡ. Төҙөлөш-монтаж эштәре генә лә республика бюджетына 112 миллион һумға барып баҫасаҡ. Әммә халыҡтың һаулығы, айырыуса йәш быуындың сәләмәт йәшәү рәүеше барыһынан да өҫтөнөрәк, быны етәкселәр ҙә, төҙөүселәр ҙә яҡшы аңлай һәм әлшәйҙәр өсөн мөһим объектты теүәл бер йылдан сафҡа индереү өсөн бөтә тырышлығын һалырға әҙер.


Вернуться назад