Йәрмәкәй районы хакимиәте вәкилдәре, ауыл биләмәләренең хакимиәт башлыҡтары, медицина һәм педагогик хеҙмәткәрҙәр ингән комиссия Урта һәм Түбәнге Ҡарамалы, Тарҡаҙы, Исламбаҡты, 8-се Март исемендәге, Яңы Шах ауылдарында булды.
Үткәрелгән рейдтың маҡсаты – тормошта ауыр хәлгә тарыған, социаль-хәүефле, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең торлаҡ-көнкүреш шарттарын, газ һәм электр ҡорамалдарын файҙаланыуҙы, янғын хәүефһеҙлеген тикшереү.
Рейд үткәрелгән 13 торлаҡта янғын хаҡында хәбәр итеү ҡулайламалары ҡуйылды. Тағы ла 11 йортта электр сымын, счетчиктарҙы алмаштырырға кәрәк. Бөтә ғаиләләргә тиерлек газ ҡаҙанлығы бүлмәһенә сит әйберҙәр тултырыуға бәйле иҫкәрмә яһалды. Ишле ғаиләләрҙең береһендә йортто газ плитәһе духовкаһы ярҙамында йылыталар. Тарҡаҙы ауылында йәшәгән яңғыҙ ҡарттың йортона газ үткәрергә кәрәк. Комиссия ағзалары ошо мәсьәлә буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерҙе.