Милли сәйәсәт менән ҡыҙыҡһынһаң...13.11.2018
Өфөлә Волга буйы федераль округының милли сәйәсәт өлкәһендәге белгестәре өсөн семинарҙар ойошторолдо.

Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты менән берлектәге проекты 15 ноябргә тиклем дауам итә. Сарала ҡатнашып, илебеҙҙең төп ғалим-эксперттары менән аралашыу, билдәле бер биләмәгә хас булған үҙенсәлекле милләт-ара мәсьәләләрҙе хәл итеү алымдарын үҙләштереү мөмкинлеге бар. Семинар тамамланғас, һәр тыңлаусыға М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының сертификаты тапшырыла.


Вернуться назад