Һаҡ булығыҙ! Енәйәтсе ҡасҡан13.11.2018
Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы хөкөм ителгән Станислав Прохоровты эҙләй. Ул 1992 йылда Сорғот ҡалаһының Солнечный ҡасабаһында тыуған. Хөкөм ителгәнгә тиклем Өфө районының Мокроусов ауылында йәшәгән.

Прохоров Киров район суды ҡарары менән мутлыҡ ҡылыуҙа ғәйепләнеп, дүрт йылға иркенән мәхрүм ителгән. Ул 2021 йылдың 4 июненә тиклем колония-биләмәлә яза ваҡытын тултырырға тейеш булған.

Енәйәтсенең билдәләре: уртаса буйлы, һары сәсле, йәшел күҙле. Арҡаһында Salva and Serba тигән татуировкаһы бар. Өҫтөнә ҡара куртка, күк джинсы салбар, ҡара кәпәс кейгән.

Уны күргән кешеләргә түбәндәге телефондар аша хәбәр итергә кәрәк: (347) 250-64-21, 8-917-753-57-77, 8-927-089-20-85.


Вернуться назад