Башҡортостандағы иң «авариялы» ҡалалар һәм райондар13.11.2018
Республиканың Дәүләт автоинспекцияһы ағымдағы ун айға йомғаҡ яһаны. Отчеттан күренеүенсә, юл-транспорт ваҡиғалары, уларҙа йәрәхәтләнгән кешеләр һаны кәмегән, әммә һәләк булыусылар күбәйгән.

Үлем осрағы менән тамамланған иң күп фажиғә Өфө ҡалаһында теркәлгән. Баш ҡалала – 50, Өфө районында – 21, Мәләүездә – 20, Иглинда – 19, Туймазыла 18 кешенең ғүмере өҙөлгән. Авариялар һаны Өфө, Сибай ҡалаларында, Бүздәк, Борай, Ҡыйғы, Краснокама, Мишкә, Салауат райондарында артҡан.

Балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары йәнә Өфө, Салауат ҡалаларында, Учалы, Архангел, Благовещенск, Дәүләкән, Краснокама, Мишкә, Күгәрсен, Салауат райондарында күбәйгән.


Вернуться назад