Сәскә балын йыһанға ебәрәләр13.11.2018
50 килограмға яҡын башҡорт балы космонавтар өсөн аҙыҡ-түлек етештергән Бирюлево эксперименталь заводына ебәрелә.

“Башҡорт балы” компанияһы был эш менән 2002 йылдан шөғөлләнә. Уның етәксеһе Ришат Ғәлиев әйтеүенсә, йыһан тармағында беҙҙең балдың сифатына ышаналар, шуға күрә уны йыһанға ла оҙаталар, космонавтарҙы осоштан һуң реабилитациялауҙа ла файҙаланалар.

Космонавтарға ғәҙәти сәскә балы ебәрелә.



Вернуться назад