Аҙна аҙағына тиклем транспорт мәсьәләһен хәл итергә!13.11.2018
Өфөлә законһыҙ пассажир ташыған 18 ойошманың эшмәкәрлеге туҡтатылғайны. Ошо сәбәпле транспортта йөрөү проблемаһының киҫкенләшеүе тураһындағы ялыуҙар күбәйгән. Айырыуса алыҫ биҫтәләр – Затон, 8 Март, Федоровка, Яңы Максимовка – халҡы ыҙа сигә.

Ҡала хакимиәтендәге кәңәшмәлә мэр урынбаҫары, транспорт һәм элемтә идаралығы начальнигы Андрей Федосов: “15 маршрут буйынса төҙәтмәләр индерелде. Бөгөн Затонға йөрөгән автобустар мәьәләһе хәл ителде, сиратта – “Айгөл” биҫтәһе. Аҙна аҙағынаса йәмәғәт транспортындағы хәл тотороҡланырға тейеш”, – тип белдерҙе.





Вернуться назад