Йыл аҙағынаса Башҡортостан 47 яңы мәктәп автобусы аласаҡ. Республиканың мәғариф министрлығы ошо хаҡта хәбәр итте.
Ведомствола әйтеүҙәренсә, был мәктәп автопаркын яңыртыу һәм яңы маршруттарҙы хеҙмәтләндереү мәсьәләһен хәл итәсәк. Әле белгестәр автобустарҙы муниципалитеттарға бүлеү эше менән мәшғүл. Был бәхетлеләр кемдәр – тиҙҙән билдәле булыр.