Рәсәй Хеҙмәт министрлығы бойороғо менән “Инвалид” таныу билдәһен шәхси файҙаланыуға биреү тәртибе раҫланды.
Таныу билдәһе I, II, III группа инвалидтары идара иткән транспорт сараларын түләүһеҙ урынлаштырыуға хоҡуҡты раҫлай. Был шулай уҡ инвалидтарҙы йәки инвалид балаларҙы ташыған транспортҡа ла ҡағыла. Таныу билдәһен биреү һәм рәсмиләштереү йәшәү урынындағы медик-социаль экспертиза бюроһында инвалидтың йәки уның законлы вәкиленең яҙма ғаризаһы нигеҙендә башҡарыла. Өфөлә йәшәгәндәр Ибраһимов урамындағы 61-се йортта урынлашҡан бюроға мөрәжәғәт итә ала.
Таныу билдәһе ғариза биргәндән һуң бер ай эсендә әҙерләнә һәм бер көн эсендә хужаһына тапшырыла. “Инвалид” билдәһендә бына нимәләр күрһәтеләсәк:
– билдәнең идентификация реквизиты – тәртип номеры, федерация субъекты коды, ҡайҙа бирелгәнлеге һәм рәсмиләштерелгәнлеге хаҡында белешмә, медик-социаль бюроның номеры;
– билдәнең күпме ваҡытҡа иҫәпләнеүе;
– инвалидтың тулы исем-фамилияһы;
– тыуған көнө;
– инвалидлыҡты раҫлаған белешмәнең серия һәм номеры;
– инвалидлыҡ срогы;
– таныу билдәһе бирелгән дата.
Шуны иҫтә тотоғоҙ: “Инвалид” таныу билдәһе махсус булдырылған урындарҙа машинаны түләүһеҙ урынлаштырыуға хоҡуҡ бирә. Был хоҡуҡ инвалид үҙе йөрөткән машинаға ғына ҡағыла. Аңлашылмаған һорауҙар булһа, Рәсәй Хеҙмәт министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса медик-социаль экспертизаһы баш бюроһының “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонына шылтыратығыҙ: 8(347)-286-11-25.