Беҙ ниңә ҡартаябыҙ?13.11.2018
Организмдың ҡартайыуын туҡтатып та, ҡартлыҡтан ҡотолоп та булмай, әммә йәшәү рәүешен үҙгәртергә, уны кисектерергә мөмкин, тип иҫәпләй белгестәр.

Ҡартайыуҙың сәбәптәрен яҡ­шы күҙ алдына килтереп, сә­ләмәтлеккә тәьҫир иткән зарарлы факторҙарҙы кәметә алһаҡ, күңелебеҙ күтәренке, кәйефебеҙ яҡшы булыр. Ғалимдар ҡарта­йыуҙың дүрт төп сәбәбен билдәләй.

Шешенеү (елһенеү), стресс, шәкәр, әселәнеү – бына улар, йәш­лектең дүрт дошманы. Тап ошо про­цестар организмға даими тәьҫир итеп, күҙәнәктәрҙең, ағзаларҙың һәм ағзаларҙың ҡартайыуына килтерә.

Шешенеү – күп сирҙәргә юл асҡан сәбәп. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, аҡыл зәғифлеге, һимереү, диабет һәм яман шеш тә шулар иҫәбендә.
Стресс гормондар балансын үҙгәртә һәм артыҡ күп миҡдарҙа организмдың системаларына кире тәьҫир иткән кортизолдың бүленеүенә юл ҡуя. Хәтерҙең насарланыуы ла ошо хәлгә бәйле.

Шәкәр инсулин эшләп сығарылыуын шәбәйтә, һөҙөмтәлә кешенең һимереүе, диабет сиренә юлығыуы ихтимал. Әселәнеү йәки окисланыу – ирекле радикалдар барлыҡҡа килеү процесы. Ул тән тиреһенә, мейегә, енси тормошҡа кире йоғонто яһай.

Туҡланыуға аҡһымлы аҙыҡ-түлек индерегеҙ. Диетологтар ауырлыҡтың һәр килограмына бер грамм аҡһым ҡулланырға тәҡдим итә. Мәҫәлән, 65 килограмм ауырлыҡтағы ҡатын-ҡыҙға бер тапҡыр тамаҡ ялғағанда 22 грамм аҡһым ашарға кәрәк. Был өс йомортҡа ағы, бер өлөш тауыҡ ите йәки 125 грамм сыр булыуы мөмкин. Аҡһымға бай, әммә майлылығы түбән аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ.

Стресҡа бирешмәү өсөн мөмкин булған бөтә ысулдарҙы ҡулланығыҙ. Йылы ванна, хуш еҫле терапия, йәшел сәй, йылы һөт, саф һауала йөрөү, йога менән шөғөлләнеү һәм башҡа саралар һеҙгә ярҙамға килер.

В төркөмөнә ингән витаминдар нервы системаһын нығыта, кортизол эшләп сығарылыуын кәметә, яҡшы кәйеф һәм күңел тыныслығы өсөн яуаплы серотонинды арттыра. Көн һайын оҙайлы бул­маған даими күнегеүҙәр ҡан тамыр­ҙарын, йөрәкте һәм нервы сис­темаһын нығыта. Физик әүҙемлек мейенең ҡартайы­уына, шештәргә ҡаршы көрә­шә, диабет һәм башҡа хроник сирҙәрҙе иҫкәртә. Әүҙем­лектең ниндәй генә төрөн һайлаһағыҙ ҙа, йүгереүҙеме, велосипедта йөрөүҙеме, бейеү йә иһә бассейнда йөҙөүҙеме, һәр ҡай­һыһы һеҙҙә ҡәнәғәтлек тойғоһо уятырға тейеш.

Көн дә һигеҙ сәғәт йоҡлау – иң мөһим факторҙарҙың береһе. Йоҡо туймауҙың кире яҡтарын һөйләп тормайынса, уның тышҡы ҡиәфәткә насар тәьҫиренән тыш, хроник стресс сәбәбе булыуын иҫкә төшөрөү ҙә етә. Организмдың туҙыуын яйлатыу өсөн коллаген һәм эластин етештереүҙе яйға һалған витамин һәм өҫтәмәләрҙе, табип менән кәңәшләш­кәндән һуң, ҡабул итергә мөмкин. А, С, Е витаминдары һәм селен ирекле радикалдарға ҡаршы тәьҫирле анти­оксиданттарҙан һанала.

Һәр яңы көнгә шатланып, кинәнес кисереп, яҡындарығыҙ менән аралашып йәшәү һеҙгә көс-ҡеүәт, күңел тыныслығы бирер.


Вернуться назад