“ТурСтат” аналитика агентлығы Рәсәйҙең ҡышҡы курорттары рейтингын төҙөнө.
Тау саңғыһы һәм сноубордта шыуыу өсөн иң популяр урындар исемлегендә Белорет районындағы “Абҙаҡ” тәүге бишәү рәтендә. Бында ҡышҡы миҙгел 2 ноябрҙә асылды.
Иң шәп тау саңғыһы базалары исемлегенә йәнә Кемерово өлкәһенең Таштағолдағы “Шерегеш”, Силәбенең Мейәс ҡалаһындағы “Ҡояшлы үҙән”, Свердловскиҙың Түбәнге Тагилдағы “Аҡтау” һәм Амур өлкәһенең Тындалағы “Усть-Корал” курорттары ингән.