Ишембай районының Верхотор ауылында быуа туңыу сәбәпле, ундағы аҡҡоштар һәләк була яҙғайны. Ҡоштар тубы көньяҡҡа осоп киткәс, ҡанаттары яралы дүртәүһе бында ҡала. Урындағы халыҡ уларҙы ҡотҡара.
Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторы аҡҡоштарҙы ветеринария табибына алып бара. Уларҙың осоуға һәләтен юғалтҡаны билдәле булғандан һуң, үҙҙәрен Нөгөш һыуһаҡлағысының ҡыш көнө лә туңмаған һыуына ебәрергә ҡарар ителә. Бында ҡоштар тәбиғәт һаҡсылары күҙәтеүе аҫтында ҡышты сығасаҡ.