Республика ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы һәм Республика медицина иҫкәртеү үҙәге неврологтарының һәр кем белергә тейешле саралар тураһындағы белешмәһе менән һеҙҙе лә таныштырмаҡсыбыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар. Ул “Һәр сәғәт, һәр минут ҡәҙерле!” тип атала.
Инсультҡа килтергән хәүефле факторҙар: артериаль ҡан баҫымының юғарылығы, гиподинамия (аҙ хәрәкәтләнеү), тәмәке тартыу, алкоголь менән мауығыу, дөрөҫ туҡланмау, стресс. Ошо сәбәптәр арҡаһында инсульт бөтә донъяла эпидемия масштабына саҡлы үҫеште. Рәсәйҙә лә инсульт һөҙөмтәһендәге үлем осраҡтары бик юғары. Милли инсульт регистры мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ошо ауырыуҙы кисергән кешеләрҙең 31 проценты башҡалар ярҙамына мохтаж, 20 проценты үҙаллы йөрөүҙән мәхрүм, ни бары һигеҙ проценты ғына элекке хеҙмәтенә әйләнеп ҡайта.
Сирҙең билдәләре төрлө: телмәрҙең боҙолоуы йәки уны аңламау, ҡул йә иһә аяҡтарҙың ҡапыл хәлһеҙләнеүе, биттең ярты өлөшөнөң ойоуы, күҙгә ҡуш булып күренеү, хәрәкәт координацияһы боҙолоуы. Ауырыу кеше аңын юғалтыуы ихтимал.
Әгәр ҙә ошондай билдәләрҙе үҙегеҙҙә йәки яҡындарығыҙҙа тояһығыҙ икән, кисекмәҫтән “Ашығыс ярҙам” саҡыртығыҙ. Сирҙең “үҙенән-үҙе үтеүенә” өмөтләнмәгеҙ. Был осраҡта бары табип ҡына һеҙгә ярҙам итә ала. Тәүге өс сәғәттә дауалау саралары тәьҫирле буласаҡ. Бындай хәүефле осраҡта һәр минут ҡәҙерле.
Сирҙе иҫкәртеүҙең иң ябай ысулы: йәш саҡтан уҡ уның үҫешенә булышҡан хәүефле факторҙарҙы асыҡлау һәм контролләү. Ҡан баҫымың юғары түгелме, йөрәк сирҙәре йонсотмаймы, холестерин һәм глюкоза кимәле нормаламы, ауырлығың күпме, етерлек хәрәкәтләнәһеңме-юҡмы, емеш-еләк, йәшелсәне кәрәгенсә ҡулланаһыңмы, стрестарға бирешмәйһеңме, сәләмәт тормош алып бараһыңмы — ошо һорауҙарға яуаптарҙан да тейешле һығымта яһарға мөмкин.