“Алпамыш”та ваҡыт бушҡа үтмәй13.11.2018

Үҫмерҙәр клубы иртәнән кискә тиклем гөрләп тора.

Бөгөн йәш быуынды физик йәһәттән сәләмәт, һәр яҡлап үҫешкән, көслө рухлы итеп тәрбиәләү – педагогтарҙы, табиптарҙы һәм, әлбиттә, ата-әсәләрҙе берҙәй борсоған көнүҙәк мәсьәлә. Гаджеттарға бәйлелек, интернет таратҡан бер яҡлы мәғлүмәт менән аң томаланыу, үҙ донъяңа бикләнеү, ҡаты бәғерлелек – замана йәштәрен һәм үҫмерҙәрен һағалаған күренештәр былар менән генә сикләнмәй. Әммә ундайҙарҙан айырмалы рәүештә, үҙҙәрен төрлө өлкәлә һынап ҡараған, аныҡ маҡсатҡа ынтылып йәшәгән, йөрәге миһырбанлыҡҡа асыҡ ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың күплеге күңелгә йылылыҡ һәм яҡтылыҡ, киләсәккә өмөт-ышаныс өҫтәй.

Иглин ауылындағы “Алпамыш” үҫмерҙәр клубы ике тиҫтә йылға яҡын эшләп килә. Ул үҙ эсенә “Беҙҙең киләсәк” тип аталған ирекмәндәр хәрәкәтен, йәш армеецтар үҙәген, шахмат һәм “Йәш ғаилә” клубтарын бер­ләштерә. Бынан тыш, бе­йеү, футбол, самбо менән шө­ғөл­ләнеүселәр, Башҡортостан агросәнәғәт колледжы филиа­лы­ның студенттар отряды ла – “Алпамыш” ҡарамағында.

Күптән түгел үҫмерҙәр клубы йорт туйлаған.
– Элек спорт комплексында бер генә бүлмә биләй инек, иркенләп эшләргә уңайлы шарт­тар булманы. Урындағы хакимиәт етәкселеге буш тор­ған ветеринар лаборатория бинаһын биреп, тулыһынса ремонт яһатты. Республика бюджетынан төҙөкләндереү эштә­рен башлап ебәреүгә 570 мең һум аҡса алдыҡ, артабан бер миллион һумға яҡын сумма урындағы бюджеттан бүленде. Етәкселеккә ҙур рәхмәт. Республика көнөндә тантаналы шарттарҙа яңыртылған бинаға күстек, – тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты “Алпамыш” клубы директоры Гөлдәр Тоҡом­бәтова.

Бүлмәләр иркен, яҡты. Һәр белгестең үҙенең эш урыны, тантаналар залы, ял бүлмәһе бар. Хеҙмәткәрҙәр биләмәне тәртипкә килтереп, ҡарағай үҫентеләре ултыртҡан.

Өйләнешергә теләгән йәш парҙар ЗАГС-ҡа тиклем “Алпамыш” ҡарамағындағы “Йәш ғаилә” клубында психолог менән мотлаҡ әңгәмәләшеү үтә.
– Кешеләр психологка мөрә­жәғәт итеүҙең хилаф эш булмауын аңлап ҡарай башланы. Балаһының үҫеш осорондағы, үҙен тотошондағы проблемалары менән килгән ата-әсәләр бихисап. Шулай уҡ айырылышыу тураһында ғариза биргән парҙар менән эш алып бара­быҙ. Был осраҡта ир һәм ҡатын менән айырым һөйләшәбеҙ, – ти психолог Татьяна Нуриева.

Иглинда ирекмәндәр хәрә­кәте яҡшы үҫешкән. Уларҙың етәксеһе Люциә Ғәлимова был изге шөғөлгә ике йыл элек кенә тотоноуына ҡарамаҫтан, республика, хатта ил күләмендә танылыу яулап өлгөргән.

– Тәүҙә 10-15 кеше менән эш башлағайныҡ, хәҙер беҙҙең сафта – 175, шул иҫәптән 32 “көмөш” ирекмән иҫәпләнә. Ра­йон кимәлендәге күп кенә са­раларҙы, мәҫәлән, Еңеү көнөн, Яңы йыл байрамын ойош­тороу­ҙа ихлас ярҙам итәбеҙ. Байрамдар алдынан ветеран­дарға, күп балалы ғаиләләргә, дауаханала ятҡан ауырыуҙарға бүләктәр, күстәнәс­тәр тара­табыҙ. “Изгелек йәрминкәһе” үткәреп, мохтаждарға кейем-һалым, мәктәп кәрәк-ярағы йыя­быҙ, – тип эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы Люциә Альберт ҡыҙы.

Иглин ирекмәндәр үҙәге алты йүнәлештә эш алып бара: “Еңеү ирекмәндәре”, “Өлкән дуҫ”, “Эҙәрмән”, “Изгелек ҡыл”, “Беҙ сәләмәт тормош яҡлы” һәм “Көмөш” ирекмәндәр”. Уларҙың һәр береһенең исеме үк есеме хаҡында асыҡ һөйләй.

Былтыр Күмертау ҡала­һында үткән “Башҡортостан ирекмәндәре” республика конкурсында, быйыл Туймазылағы шундай уҡ бәйгелә беренсе урынды яулауҙары ла эштәре­нең уң барыуын, һөҙөмтәле булыуын раҫлай.

Бөгөн “Алпамыш” үҫмерҙәр клубы иртәнән кискә тиклем гөрләп тора. Даими йөрөүселәр һаны 400-гә яҡын, ә саралар ваҡытында тағы ла күберәк кеше йәлеп ителә. Ошо көндәр­ҙә бында хәрби-патриотик клуб эш башлаған.

– Киләсәккә уй-ниәттәр, хыялдар тағы ла ҙурыраҡ. Етди шөғөлләнергә теләгәндәр өсөн шахмат түңәрәген түләүле итеп, республика шахмат федера­цияһынан белгес йәлеп итергә уйлайбыҙ. Ололар теннис өҫтәле ҡуйыуҙы һорай, был да хәл итерлек мәсьәлә, беҙҙеңсә. Шулай уҡ менталь арифметика, фитнес күнекмәләре ойоштороу күҙаллана, – тип теләк-маҡсат­тары менән уртаҡлашты йәш, дәртле етәксе Гөлдәр Дамир ҡыҙы Тоҡомбәтова.

Йәш быуынды тәрбиәләү буйынса алып барған матур эштәрендә уңыштар юлдаш булһын, һәр ваҡыт шулай аныҡ маҡсаттарға ынтылып, алға ҡарап йәшәһен “Алпамыш”!


Вернуться назад