Хикмәтле һүҙ һандығы18.05.2012
-Һине аҡыллы тип иҫәпләгәнде ахмаҡ тип әйтеп булмай.
-Арҡала ятҡанда йоҡоно ла еңеү ауыр
-Башы буштың йоҡоһо ҡаты.
-Бер ҡатлының өҫтөнә менеүе еңел.
-Иҫереккә диңгеҙ тубыҡтан, күләүек — муйындан.
-Ас ҡорһаҡҡа эшләргә теләк юҡ, туҡ ҡорһаҡҡа — эшләп булмай.
-Шешә артында тыуған дуҫлыҡ айнығансы.
-Һаулыҡ өсөн эсә-эсә һаулыҡ бөттө.
-Асыҡ күңеллене күптәр ярата һәм... алдай.
-Бил быуғанда ашҡаҙан йөрәкте ҡыҫа.
-Йомартлыҡ — күп биреүҙә түгел, ваҡытында биреүҙә тора.
-Кәрәктән күп биреү — йомартлыҡ, биргәндән әҙерәк алыу — ғорурлыҡ.
-Мәскәй үҙенә теше менән ҡәбер ҡаҙыр.
-Бейеклектән ҡурҡҡандың власть башын тиҙ әйләндерә.
-Юғарыға блат мендерһә, пьедесталға — эшләгән эштәр.
-Эш урынында күргән төш урынһыҙ.
-Наградалар күп бирелгән урында (ваҡытта) ялағайлыҡ хөкөм һөрә.
-Коллективта бер кемде лә бер ҡасан да бушҡа маҡтамайҙар.
-Тауар сифатына иғтибар артһа, уға реклама кәрәкмәй.
-Микрофон ғына дәлилдәрҙең көсөн арттырмай.
-Ир-егет һуңыраҡ өйләнһә, үкенергә ваҡыты әҙерәк ҡалыр.
-Һалҡын ҡатын-ҡыҙҙарға йылы ҡама тун һирәк тәтей.
-Ата булыу менән атай булыу бер түгел.
-Мода — үҙ аҡсаңа үҙеңде юғалтыу.
-Демократтарҙың еңеүе демократияның еңеүен аңлатмай.
-Нөктә ҡуйырға батырлыҡ етмәгәндә, күп нөктә ҡуялар.
-Халыҡ үҙенә ышанмаған хөкүмәткә ышанмай.
-Ер шары түңәрәк булғас, тура юлдар юҡ.
-Оҙон ғүмерҙең сере — уны ваҡытынан алда ҡыҫҡартмауҙа.
-Олоғайғас, ваҡ-төйәк күҙгә күренмәй башлай.
-Туҡтағанды ваҡыт уҙып китә.
-Кисә дөрөҫлөк эҙләгәйнем, бөгөн эш эҙләйем.