Ҡараңғы, ҡурҡыныс...12.11.2018
Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың ҡала һәм райондарында урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе тикшерелде.

– Республиканың көньяҡ-көнсығышында һәм төньяҡ-көнсығышында булдым. Ауылдар ҡараңғылыҡ эсендә. Төндә юл йөрөүе лә ҡурҡыныс. ХХI быуатта йәшәйбеҙ. Йәштәр социаль учреждениеларға, спорт ойошмаларына барырға теләй, ә урамда – ҡараңғы. Яҡтылыҡ мәсьәләһе – ҙур проблема, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү шарттарының береһе, – тине республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

Төбәе етәксеһе Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына ошо проблеманы йылдам хәл итеү бурысын йөкмәтте, Хөкүмәткә махсус программа төҙөргә, кәрәк икән, берлектә финанслау шарттарында урамдарҙы яҡтыртыу системаһын яңыртырға ҡушты.



Вернуться назад