Билдәле булыуынса, ҡала һәм район телевидениелары киләһе йылдан һанлы форматҡа күсә. Күптәр был яңылыҡты һағайып ҡаршы алды.
Мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында Сибай ҡалаһында 30 ноябргә тиклем “Өләсәйҙе тоташтыр!” тип аталған акцияға старт бирелде. Сара барышында йәштәр, ирекмәндәр өлкән йәштәгеләргә телевизорын яңы форматҡа көйләү йәһәтенән ярҙам күрһәтә.