Бөрйән районының Яңы Монасип ауылында Ағиҙел йылғаһы аша йәйәүлеләр күпере урынына автомобиль күпере һалынасаҡ. Был турала республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов хәбәр итте.
Автомобиль күпере һалыуҙы Бөрйән районы хакимиәте үтенгән. Әүәлге подряд ойошмаһы – “Лидер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – эштең бер өлөшөн графиктан байтаҡҡа артҡа ҡалып башҡарған. Яңы күперҙе өр-яңы подрядсы һаласаҡ. Ул 2020 йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Нәби ауылында йәйәүлеләр күперенең төҙөлөшө киләһе йыл 1 апрелгә тамамланасаҡ.