Мораҡайҙар ҙа күперле!12.11.2018
Әбйәлилдә Кесе һәм Ҙур Ҡыҙыл йылғалары аша һалынған күперҙәр арта. Сәбәбе – 2013 йылда район халҡы көслө ямғырҙарҙан ҙур зыян күрҙе, һөҙөмтәлә төрлө ҙурлыҡтағы 23 баҫма һәм күпер сафтан сыҡты. Һуңғы биш йылда шуларҙың 21-е яңынан төҙөлгән.

Ошо көндәрҙә Мораҡай халҡы ла күперле булыу шатлығын кисерҙе. Ниһайәт, күптән көткән хыял тормошҡа ашты: Кесе Ҡыҙыл аша оҙонлоғо – 53, киңлеге ете метрлыҡ өр-яңы ҡоролма сафҡа инде.

Ауылды икегә бүлеп аҡҡан йылға аша һалынған баҫманы яҙғы ташҡын ағыҙып киткән булған. Халыҡ бүленеп ҡалған, бигерәк тә башланғыс мәктәптә белем алған балалар өсөн ҙур хәүеф тыуған. “Ә хәҙерге күпер бер ниндәй ташҡынға ла бирешмәйәсәк”, – тип ҡыуана мораҡайҙар.


Вернуться назад