Баймаҡ районының Икенсе Төркмән халҡы урындағы боронғо зыяратты яңынан кәртәләне. Моҡас ауыл биләмәһе башлығы Илдар Бүләкәнов әйтеүенсә, өмәлә халыҡ дәррәү ҡатнашҡан.
Шәхси эшҡыуарҙар Рәсүл һәм Фәрит Рәсүлевтәр таҡта, ҡаҙаҡ менән ярҙам итһә, ауыл хакимиәте бағаналыҡ алыуҙа булышлыҡ ҡылған.
– Икенсе Төркмән халҡы әүҙемлеге, берҙәмлеге менән данлы. Улар һәр башланғысты хуплап ҡаршы ала, өмәләрҙә гелән шулай дәррәү ҡатнаша.
Ауыл зыяратын кәртәләүҙә ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт, изгелектәре үҙҙәренә сауап булып ҡайтһын, – ти ауыл биләмәһе башлығы.