Өфөлә “Йәштәр коррупцияға ҡаршы” тип аталған төбәк форумы үтте. Сараның төп ойоштороусылары – Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, республиканың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге ведомство-ара советы һәм Мәғариф министрлығы.
Форумда республиканың юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарынан 400-ҙән ашыу студент ҡатнашты. Пленар өлөштән һуң ике майҙансыҡ эшләне. Ойоштороусылар бер төрлөлөктән, оҙайлы сығыштарҙан баш тартып, йәштәргә коррупцияға ҡаршы йүнәлтелгән үҙенсәлекле, эшлекле уйын тәҡдим итте. Студенттар бер нисә командаға бүленеп, махсус бурысты үтәне, үҙҙәрен коррупция осраҡтарын дөрөҫ асыҡлау, улар буйынса аныҡ ҡарар ҡабул итеү йәһәтенән һынап ҡараны.
Юғары уҡыу йорттары араһында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты командаһы еңеү яуланы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы БДУ һәм БДПУ студенттары бүлеште. Урта махсус уҡыу йорттары командаларынан М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның колледжы I урында билдәләнде. Башҡортостан социаль технологиялар институты колледжы – II, Өфө политехник техникумы III урынды яуланы.
Тиҙҙән дипломлы белгес булып үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫасаҡ йәштәргә бындай тәжрибә бик кәрәк, тип билдәләне форумды ойоштороусылар.