Лағырҙағы осрашыу11.11.2018
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Салауат районының Лағыр ауылындағы коррекция мәктәп-интернатында тәрбиәләнгәндәрҙең хәлен белешеп сыҡты.

Бында психик үҫеше тотҡарланған балалар ҡарала. Учреждение директоры вазифаһын башҡарған Әлфиә Нурмөхәмәтова әйтеүенсә, тотош республиканан 55 ҡыҙ һәм малай тупланған. Улар бында туғыҙынсы класҡа тиклем уҡый ҙа артабан белем алыуын урта махсус мәғариф учреждениеларында дауам итә.

Уҡытыусы һәм тәрбиәселәрҙән тыш, мәктәптә психолог, логопед, социаль педагог эшләй. Балаларға яҡшы белем биреү һәм уңайлы йәшәү өсөн бөтөн шарттар тыуҙырылған.

Радий Фәрит улы интернатта тәрбиәләнеүселәр, педагогтар менән аралашты, эшмәкәрлек алып барыуҙың ҡулайлы варианттары хаҡында фекер алышты.


Вернуться назад