“Мин райондарға табип килтерә алмайым”11.11.2018

Малаяҙ үҙәк дауаханаһы “Һаҡсыл поликлиника” форматы буйынса эшләй башлаған. Электрон теркәү, табиптарға яҙылыу таблоһы, яғымлы персонал – быларҙың барыһына ла Салауат халҡы өйрәнеп бара инде.

– Кешеләр әлеге системаның өҫтөнлөктәрен белде. Тар белгестәргә эләгеү еңелерәк хәҙер, – тип һөйләне республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа поликлиника мөдире Надежда Дмитренко.

Төбәк етәксеһе пациенттарҙы ҡабул итеүҙең яңы системаһы мөмкинлектәрен ыңғай баһаланы һәм уның республикабыҙҙың барлыҡ муниципалитеттарында ла булырға тейешлеген белдерҙе.



Малаяҙ үҙәк дауаханаһы табиптар, шәфҡәт туташтары менән тейешле кимәлдә тулыландырылған. Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов әйтеүенсә, әле маҡсатлы йүнәлтмә буйынса ҡырҡтан ашыу студент белем ала, барыһы ла тыуған яғына эшкә ҡайтасаҡ.

Радий Хәбиров урындағы етәкселәрҙең был мәсьәләгә ныҡлы иғтибар бүлергә, йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итергә, ғөмүмән, һәр яҡлап булышлыҡ ҡылырға тейешлеген билдәләне.

“Республиканың аҡса менән ярҙам итеү мөмкинлеге бар, әммә мин һеҙгә табиптарҙы килтерә алмайым. Был – муниципалитеттарҙың яуаплылығында”, – тине Радий Фәрит улы.

Әлеге учреждение бинаһына капиталь ремонт кәрәклеге лә билдәләнде. Радий Хәбиров был турала Хөкүмәткә еткерәсәген әйтте, эште район ҡаҙнаһы менән берлектә финанслау мөмкинлеге ҡараласаҡ.


Вернуться назад