Дыуанда авария хәлендәге күпер ҙә бар: Салғыя ауылы эргәһенән аҡҡан Мәләкәс йылғаһы аша һалынғанға ремонт кәрәк.
Ул 1992 йылда төҙөлгән. Хәҙер инде сирек быуаттан ашыу ваҡыт халыҡҡа хеҙмәт иткән күперҙе техник яҡтан тикшереп, уның аша үтеүҙе хәүефле тип тапҡандар. Ә был ҡоролма – барлығы ике меңгә яҡын кеше йәшәгән ауылдарҙы үҙ-ара тоташтырған юлдың өлөшө лә. Уның аша ҙур предприятиеларҙың ауыр йөклө автомобилдәре лә үтә.
Күперҙең торошо менән танышып, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2019 йылда республика ҡаҙнаһынан капиталь ремонт өсөн аҡса бүлергә ҡушты.