Салауат эшҡыуарҙарын ниҙәр борсой?11.11.2018

Салауат районында Радий Хәбиров урындағы эшҡыуарҙар менән дә аралашты. Улар республика етәксеһенән тимер юл аша ташыу эшен ойоштороуҙа ярҙам һораны.

Мөрсәлим ауылындағы транспорт-логистик үҙәктә ағас материалдарын ҡабул итеү һәм бушатыу майҙансыҡтары бар. Был үҙәкте үҫтереү менән шөғөлләнгән “Боксит” йәмғиәте эшселәре ағасты (күбеһенсә ҡайын һәм йүкә) ошо яҡ төбәктең биш районынан алып килә. Предприятие директоры әйтеүенсә, йөктө ҡулланыусыға алып барып еткереү проблемаһы бар: “Боксит” ай һайын ун тимер юл вагонын ғына файҙалана ала.



Радий Хәбиров Хөкүмәткә Куйбышев тимер юлы етәкселеге менән был мәсьәлә буйынса һөйләшергә ҡушасағын әйтте.

Предприятие шулай уҡ составында алюмин булған сеймал табыу менән шөғөлләнә. Ул цемент заводтарына ташыла һәм цемент етештереүҙә ҡулланыла. Етәкселек белдереүенсә, был продукцияға ихтыяж ҙур, тимәк, һатыу майҙанын киңәйтәсәктәр.


Вернуться назад