Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Салауат районының Мөрсәлим ауыл клубына килгәндә, унда “Өс айыу” ҡурсаҡ спектакленең репетицияһы бара ине.
Төбәк етәксеһе был сараның барышын күҙәтте, унан балалар менән ихлас аралашты. Уҡыуҙа уңыштары нисек, насар билдәләр алмайҙармы? “Юҡ, “дүртле” һәм “бишле”гә генә өлгәшәбеҙ!” – тип дәррәү яуапланы балалар.
Бер генә проблема бар: клуб иҫке. Учреждение директоры әйтеүенсә, бүлмәләрҙең етешмәүе сәбәпле төрлө түңәрәктәрҙе бергә үткәрергә тура килә. Өҫтәүенә бында балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә шөғөлләнә.
Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә Мөрсәлимдә яңы клуб төҙөүгә 50 миллион һум аҡса бүлергә ҡушасағын белдерҙе.