Балалар поликлиникаһының хәле нисек?10.11.2018

Мәсәғүт район дауаханаһының балалар поликлиникаһы бинаһы 1983 йылда төҙөлгән, бер сменала 200 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Ә бәләкәй пациенттар бихисап. Тығыҙлыҡта улар үҙен бик уңайһыҙ тоя. Өҫтәүенә поликлиника дауахананың цоколь ҡатында урынлашҡан, санитар-эпидемиологик талаптарға яуап бирмәй.

Ошондай хәл менән яҡындан танышты Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында.

Баш табип Валерий Трофимов әйтеүенсә, Рәсәй Президентының май указдарындағы милли проекттарға ярашлы, дауалау учреждениеһында яман шеш ауырыуынан яфаланғандар өсөн 15 койка-урын булдырыласаҡ. Сирҙе билдәләү генә түгел, дауалау үткәреү ҙә планлаштырыла.



Төбәк етәксеһе был башланғысты хупланы. “Сифатлы диспансерлаштырыу, яман шеште билдәләү һәм дауалау сирҙән үлем осраҡтарын кәметергә тейеш”, – тине ул.

Балалар поликлиникаһы мөдире, табип-педиатр Александра Рафиҡова тыумышы менән ошо яҡтан. Медицина университетын тамамлағас, тыуған төйәгенә эшкә ҡайтҡан.

– Ул ваҡытта “Ауыл докторы” кеүек программалар юҡ ине. Йөрәк ҡушыуы буйынса ҡайттыҡ, – тип ихлас бәйән итте ул.


Вернуться назад