Дыуан районында 2020 йылда ике мәктәп асыласаҡ. Уларҙың береһе – Таҙтүбәлә. Бында – райондағы иң ҙур ауылдарҙың береһендә – 1974 йылда төҙөлгән белем усағында 150 бала уҡый. Йорттоң бер өлөшө авария хәлендә.
Бер ҡараш ташлап та, бында уҡытыуҙың хәүефле икәненә төшөнәһең. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дыуан районы етәксеһе Фаил Мөхәмәҙиевкә проект эштәрен һуҙмаҫҡа ҡушты.
“Был төҙөлөштө Республика адреслы инвестиция программаһына индерәбеҙ, – тине ул. – Уҡыусылар заманса уңайлылыҡтарға эйә яңы мәктәпкә 2020 йылдың 1 сентябрендә үк аяҡ баҫырға тейеш”.
Учреждение директоры Елена Иванова әйтеүенсә, улар был ваҡиғаны күптән көтә.
– Беҙҙең балаларҙың уҡыуҙа ла, спортта ла уңыштары бар, – тине ул. – Күптәр юғары уҡыу йорттарына инә, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылға ҡайтмайҙар, ҡалала төпләнәләр.
Радий Хәбиров, яңы мәктәп йәштәргә тыуған төйәгендә ҡалыуға этәргес бирер, тигән ышаныс белдерҙе.
Ә бына Һикәяҙ мәктәбенең филиалы булған Озеро ауылы белем усағы тағы ла хәүефлерәк хәлдә. Бина уҙған быуаттың 60-сы йылдарында төҙөлгән. Хәҙер инде түбә лә, иҙән дә серегән тиерлек, спорт залы ла ҡот осҡос. Директор Татьяна Галстян Радий Хәбировтан яңы мәктәп төҙөүҙә ярҙам күрһәтеүҙе һораны. Төбәк етәксеһе был эште Республика адреслы инвестиция программаһына индерергә ҡушасағын әйтте.