Туҡтатырлыҡ түгел туҡһан да06.12.2011
Туҡтатырлыҡ түгел туҡһан даУларҙың өсөһөн бергә күргән һайын күҙ алдыма өс баһадир, өс бәһлеүән килеп баҫҡандай була. Һуңғы ваҡытта уҙған әҙәби сараларҙа, оло юбилей кисәләрендә уларҙы бергә күреп шатланам. Өсөһөнөң береһе булмаһа ла нисектер күңел бөтөнлөгө юғалып киткәндәй.
Бына тағы уларҙы бергә күреп ҡыуандым. Ваҡиға ла ҙур ине, әлбиттә. Өсөһө лә бергә булмау мөмкин дә түгел.
Баһадирҙарҙың да баһадиры Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевҡа 90 йәш тулыуҙы барлыҡ республика йәмәғәтселеге байрам итә башлаған көндәр ине. Драматургтың 90 йәшенә арналған театр фестивалендә ҡатнашҡан Салауат башҡорт дәүләт драма театры “Сейәлетау” спектаклен “Нур” татар дәүләт драма театрында ҡуйғайны. Бына ошонда инде әлеге өс баһадир тигәндәремдең тағы икеһен – яңы ғына Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеме бирелгән фронтовик яҙыусы, күренекле ғалим Суфиян Поварисовты һәм шулай уҡ һуғыш утын үткән күренекле филолог-профессор Әхәт Ниғмәтуллин ағайҙарҙы — күреүем бик тәбиғи булды.
Уларҙың бергә булыуҙарының төп сәбәбе — ҡорҙашлыҡта, тип уйлайым. Нәжиб Асанбаев менән Әхәт Ниғмәтуллинға — туғыҙар тиҫтә, Суфиян Поварисов та шуға яҡынлашып килә.
Ил ни күрһә, шуны күргән, халыҡ ни кисерһә, шуны кисергән был өс рух бәһлеүәне — үҙҙәре легенданан килеп сыҡҡан геройҙар, тере һәйкәлдәр кеүек, туҡһанда ла туҡһан туғыҙ уй-хыял менән тормошто, рухи донъябыҙҙы байытып йәшәүселәр.
Бөгөнгө һүҙем әлеге өсәүҙең береһе һәм шулай уҡ берәгәйлеһе Әхәт Ниғмәтуллин ағай хаҡында булыр. Уның барлыҡ тормошон, ҡатмарлы яҙмышын, тәрән ғилми хеҙмәттәрен тулыһынса асып бирә алмаһам да, уға ихлас мөнәсәбәтемде белдереү маҡсаты менән тотоноуым ҡәләмгә.
Әхәт ағайҙы 1961 йылдың көҙөндә, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингәс, университет уҡытыусыһы сағында тәүләп күрҙем. Мин баштараҡ Хәрби-Диңгеҙ флоты морягы формаһында йөрөнөм. Шул формаға иғтибар итепме, коридорҙа туҡтатып, кемлегемде, ҡайһы яҡтан булыуымды һорашып, ҡайһы бер кәңәштәрен бирҙе, күрешкән һайын йылы иҫәнләшеп йөрөнө.
Ул үҙе 1921 йылдың 30 ноябрендә Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районының Үтәй ауылында донъяға килә. Колхозға инмәгән өсөн атаһына кулак мөһөрө һуғып, һөргөнгә ебәрәләр. V класта уҡып йөрөгән Әхәтте кулак малайы тип мәктәптән ҡыуалар. Улар ғаиләһе менән аслыҡ, эшһеҙлек арҡаһында Татарстанға эш эҙләп сығып китергә мәжбүр була. Тамаҡ аҫрар өсөн нимә генә күрергә тура килмәй. Көтөүсенән башлап, кем нимә ҡуша — шуны эшләргә әҙер тора. Көтөү көткәндә дала яңғыратып йырҙар йырлай. Өйгә ҡайтҡас әсәһе Фәрхиҙәт: “Моңло бала бәхетһеҙ була, ташла йырлауыңды, фәрештәләрҙе ҡурҡытаһың”, — тип ҡат-ҡат иҫкәртһә лә, Әхәт үҙенекен итә, йырлауын белә.
1935 йылда тыуған Үтәй ауылына ҡайтып ете йыллыҡ мәктәпте уңышлы тамамлай һәм Өфөләге театр-художество училищеһына уҡырға инә. Ләкин Әхәттең ул ваҡытта тыйылған Ғәлимйән Ибраһимов, Кәрим Тинчурин әҫәрҙәрен ҡыҙыҡһынып өйрәнеүе, социаль сығышы күҙәтеүселәргә тынғылыҡ бирмәй. Уны ике ҡабат икешәр айға ҡулға алалар. Әммә, ғәйеп таға алмағас, сығарып ебәрәләр.
Төрлө эҙәрлекләүҙәрҙән ҡотолоу юлын Әхәт Ниғмәтуллин үҙе таба — 1941 йылдың апрелендә үҙ теләге менән Совет Армияһына хеҙмәткә китә. Бөйөк Ватан һуғышының башынан уҡ фронттың иң алғы һыҙығында утҡа керә. Брест, Гомель, Бобруйск ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Атакаларҙың береһендә, рота командиры ҡаты яраланғас, Әхәт командир вазифаһын үҙенә ала һәм дошманды сигенергә мәжбүр итә. Шул батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләүгә тәҡдим ителә. Ләкин бер-ике көндән үҙе лә яраланып, госпиталдә дауаланғас, тыуған яғына ҡултыҡ таяҡтарына таянып ҡайтып китергә мәжбүр була. Ҡайтҡас туған мәктәбендә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы булып эшләргә тотона.
1944 йылда Ә. Ниғмәтуллин Ҡазан дәүләт университетында, аҙаҡ СССР Фәндәр академияһының Ҡазан филиалы аспирантураһында уҡый.
Студент булған сағында (1944 — 1959 йылдарҙа) уҡ Татарстандағы гәзит һәм журналдарҙа үткер-үткер әҙәби тәнҡит һәм фәнни-публицистик мәҡәләләре менән танылып өлгөрә, СССР Фәндәр академияһының Ҡазан филиалында аспирантураны тамамлағас, Ҡазан дәүләт педагогия институтында әҙәбиәт буйынса өлкән уҡытыусы вазифаһын башҡара, аҙаҡ РСФСР Мәғариф министрлығының фарманы менән Тобол уҡытыусылар институтына татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире итеп күсерелә, унда бер йылдан артығыраҡ эшләгәс, Башҡортостан дәүләт университетына саҡырылып, өлкән уҡытыусы, доцент вазифаларын башҡара.
1950 йылдарҙың урталарында ошо уҡ университетта, Жәлил Кейекбаев етәкселек иткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһының ағзаһы булараҡ, Әхәт ағай башҡорт бүлегендә лә, татар бүлегендә лә әҙәбиәт теорияһы һәм тасуири уҡыу методикаһы буйынса лекциялар уҡый, практик дәрестәр үткәрә. Ғөмүмән, уның башҡорт мәғарифына, башҡорт әҙәбиәте фәнен үҫтереүгә индергән өлөшө ҙур. Ул 1955 йылдан алып 2010 йылға тиклем Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ғына түгел, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ла тасуири уҡыу методикаһы буйынса дәрестәр бирҙе.
Быларҙан тыш, Ә. Ниғмәтуллиндың Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә башҡорт һәм татар әҙәбиәтен уҡытыу тураһында яҙылған тиҫтәгә яҡын фәнни-методик хеҙмәте баҫылып сыҡты. Ғөмүмән, уның башҡорт әҙәбиәтенә индергән өлөшө ҙур.
Әхәт ағай 80 йәше тулғандан һуң йәнә ике шиғри китап баҫтырып өлгөрҙө. Уларҙа тиҫтәнән артыҡ поэма, өс легенда, йөҙләгән шиғыр һәм йырҙар бар. “Мөхәббәтем — аҡҡош күле” тигән китабына ғына ла йөҙ ҙә бер шиғыр ингән. Нигеҙҙә ике лирик геройҙың үҙ-ара мөхәббәт хистәре: осрашыу, танышыу, һөйөү-һөйөлөү, айырылышыу, бошоноу-үкенеү, юҡһыныу-һағыныу рәүешендә сағылып, күңелде бер шатландыра, бер көйөндөрә.
Мин Әхәт ағайҙың фәнни эшмәкәрлеге һәм шиғриәте менән танышып сыҡтым. Беренсенән, байтаҡ файҙалы мәғлүмәт алдым, икенсенән, үҙемдә булған фекерләү ҡеүәһен теоретик яҡтан нығыта төштөм, өсөнсөнән, их, ниңә мин был хеҙмәттәрҙе элегерәк уҡыманым икән тип үкенеп тә ҡуйҙым.
Әхәт Ниғмәтуллин йыш йырлаған “Әллүки” йырында:
“Башҡа килә уйҙар төрлө-төрлө, —
Әллә ниндәй зарлы, моңло көй.
Әллүки, бәллүки,
Әллә ниндәй зарлы, моңло көй...” —
тигән һүҙҙәр бар. Әхәт ағай башҡарыуында ул йөрәктәрҙе телә, күңелде тетрәтә.
Ә бына туҡһан йәшлек ғалимдың, етмеш йыллыҡ педагогик стажы булған мөғәллимдең һәм һуңғы йылдарҙа йәштәрсә ижад итеүсе шағирҙың ауыҙынан мин зарланыу ишеткәнем юҡ. Заман ҡатмарлыҡтарына йөрәге яныуын ғына йәшерә алмай ул.
Әхәт ағай бөгөн дә ғалим, мөғәллим, шағир булараҡ ҙур хыялдар, ижади пландар менән йәшәй һәм эшләй. Туҡһан йәш уны, киреһенсә, эшкә сәмләндерә, йөҙгә йөҙ тотҡан замандашыбыҙ заманға эйәреп түгел, унан алдараҡ барырға тырыша.
Шундай ағайҙарыбыҙ булыуға ҡыуанам һәм уның артабан да шулай йәшәүен теләйем.
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.


Вернуться назад